Һуңғы арала теге мең тапҡыр бер үк киноны ҡарағандай бер төрлө төш күрә егерме биш йәшлек Зөбәржәт. Ул күҙҙең яуын алырлыҡ сағыу төҫлө матур милли кейемдә атта саба(теге “Ете ҡыҙ” ҙағы бейеүсе һомғол ҡыҙҙарҙыҡы һымаҡ), ҡупшы ғына итеп үрелгән ауыр ҡара толомдарының осонда көмөш тәңкәләр ихлас сыңлай, ул бәхеттең етенсе күгендә, шул хәтлем шат, үҙе лә аңламай нимәгәлер кинәнеп алсаҡ көлә… (Инде тарихҡа әйләнгән үткән заманмы был, әллә теңкәһенә тейгән бөгөнгөмө?) Һәм ул һис кенә лә бер үҙе түгел, (Я Раббым төштәрендә булһа ла ул яңғыҙ түгел)… Артынан … кем?… Шулай уҡ милли кейем кейгән егет саба ахыры … Тик йөҙөн генә сырамытмай, нисек кенә тырышһа ла төҫмөрләй алмай… Йөҙө була торған ерҙә томан. Бына егет яҡыная, йөҙө асылғандай төҫлө шул мәл Зөбәржәт уяна ла ҡуя ҡәһәрең! Бер тапҡыр ғына түгел, инде әллә нисә тапҡыр шулай һаташыуы уны ҡурҡыта, аптырата, көндәр буйы шуны уйлап тик йөрөй… Төшөндә бөтә нәмәне асыҡ күрә, һуҙылып киткән ҡайынлы урман сите, йәшел хәтфә үлән, арыраҡ тауға олғашҡан тауҙар, ә ҡояшы шундай сағыу, ә күктәр шундай зәңгәр… Бер шағир әйтмешләй, ҡанатһыҙ ҙа осоп китерлек… Ә ул балитәкле оҙон ҡыҙыл күлдәктә, нағышлы ҡара елән,( шул хәтлем килешә уға был кейем), ә атта ҡалай оҫта ултыра, әйтерһең дә ул ат менән бер бер бөтөн… Ел ыңғайына толомдары артҡа оса, итәктәре елберләй. Ниңә был төш ҡабатлана икән йыш? Бына шуны һис кенә лә аңлай алмай. Ә ниңә артынан сапҡан егеттең йөҙөн күрмәй һуң… Был төш уны сығырынан сығарҙы, хатта йоҡларға ла ҡурҡа башланы.
Берәй егет менән осрашырға кәрәктер ул һиңә, ҡасандан бирле яңғыҙһың…
Шулай тигән булды әйләнгән һайын егет алмаштырған әхирәте. Ысынлап та эш шундамы икән, йәшерәк саҡтарҙа, студент ҡына булған мәлдәрҙә бер-ике егет менән осраштырғылағайны. Һуңынан бының ҡыҙығы бөттө. Ҡыҙығынан бигерәк, тормошонда быға урын ҡалманы. Ул башкөллө эшкә сумды, аҡса эшләргә кәрәк ине, кинәт кенә әсәһен 3 бала менән ҡалдырып атаһы ваҡытһыҙ мәрхүм булып ҡуйғас… Ниндәй егет ҡайғыһы ти, әсәһе яратҡан ирен юғалткас, ҡара шәүләгә әйләнде… Зөбәржәткә ике һеңлеһенә, ете йәшлек Әсмәгә һәм ун йәшлек Гөләмзәгә атай ҙа әсәй ҙә булырға тура килде. Тиҫтерҙәре ғишыҡ утында янғанда, ул иркәләрен нисек аяҡҡа баҫтырырға икән тип баш ватты. Артынан йөрөмәнеләр түгел, йөрөнөләр. Ләкин атаһы үлгәндән бирле, тәҙрә мөйөшөндә бер нөктәгә төбәлеп ултырған ҡәҙерле кешеһен күрһә, йөрәге ярылырҙай ине…