“Урал батыр” ҡобайырында тәбиғәт

О книге

Автор книги - . Произведение относится к жанрам история древнего мира, мифы / легенды / эпос. Оно опубликовано в 2025 году. Книге не присвоен международный стандартный книжный номер.

Аннотация

Китап ҡобайырҙа тасуир ителгән боронғо Уралдағы тәбиғәт күренештәре һәм ваҡиғалары, уларҙы беҙҙең бик йыраҡ бабаларыбыҙҙың нисек аңлатҡандары, шул дәүерҙең бөгөнгө заманға бөтөнләй оҡшамаған климат һәм географик шарттарында уларҙың ҡайһылайыраҡ көн күргәндәре тураһында бәян итә.

Был яҙмалар, башлыса, тейешле әҙерлеге булған, иң мөһиме, уйсан уҡыусыларға тәғәйенләнгән.

Атайым Ваһапов Ғәфүр Хаммат улы иҫтәлегенә – был замандың утлы туфандай һәләкәтендә ғәйеп булған һунарсының рухына – бағышлайым был китапты.

Автор.

Читать онлайн Юнир Вагапов - “Урал батыр” ҡобайырында тәбиғәт


Инеш

20 – се быуаттың иң аҙағында һәм был быуаттың башында ғына Ерҙең иң яңы геологик тарихы һәм шул осорҙоң географияһы өлкәләрендә ғәжәп фәнни асыштар мәғлүм булды. Шуларға ярашлы Ерҙәге һуңғы бөйөк боҙланыу дәүерендә – бынан 12000-18000 йылдар элгәре ваҡыт арауығында – Евразия һәм Америка ҡитғаларының Төньяҡ боҙло океанға ҡараған ярҙарында ғәйәт ҡалын, башлыса боҙҙан торған, быуа барлыҡҡа килеп, океанға аҡҡан йылғаларҙың тамағын япҡан. Шул сәбәпле һуңғыларының һыуы ара – тирәләге тигеҙлектәрҙе баҫҡан һәм Евразияның төньяғындағы тигеҙлектәрендә океанға оҡшаш бик ҙур сөсө һыулы диңгеҙ хасил булған. Ошо диңгеҙҙә Урал тауҙары утрау хәлендә ҡалған, сөнки ул диңгеҙ һай булған(Анығыраҡ әйткәндә, Урал архипелагы рәүешендә). Күрһәтелгән боҙланыу дәүерендә һыу баҫыу ваҡиғалары тағы бер төрлө, планета кимәлендәге һәләкәттәр рәүешендә лә, булып үткәндәр, тигән теория ла бар. Был фәнни ҡарашҡа ярашлы төньяҡтағы дамба Европа менән Америка араһындағы океанды ла быуған, сөнки шул аралағы һыу төбөнә тиклем туңған(иң тәрән урын 3900м. самаһы).

Ошо мәлдән һуң әлеге Төньяҡ боҙло океан өҫтөндә яуым-төшөм менән килгән һыу туңып тупланып, Төньяҡ ҡотоп тирәһендәге океандағы боҙ ҡатламы ҡитғаларҙан 1 километрҙан юғарыраҡ күтәрелгән. Һирәк-һаяҡ, йә тегендә, йә бында ошо боҙ ҡатламы аҫтындағы һыу, “ҡапҡасын” емереп сығып, көньяҡҡа – Донъя океанына ағып төшкән. Ул ағымдың тәрәнлеге йөҙҙәрсә метр, тиҙлеге сәғәтенә – 200-250 км-ға, киңлеге -1000км-ға еткән тип иҫәпләнә. Шул ағымдың береһе Урал тауҙары буйлап үтеп, Иран аша ла юл табып, Һинд океанына ҡойған.

Аталған фәнни яңылыҡтар “Урал батыр”ҙың иң фантастик өлөштәренә лә тәбиғәт фәндәренә таянып ҡабаттан ҡарарға мөмкинлектәрҙе ныҡ киңәйтте. Был китап ошо йүнәлештәге тәүге аҙымдарҙың береһе, буғай. Теләгән уҡыусы беҙҙең яһаған һығымталарыбыҙға ҡул һелтәп кенә ҡуйырға байтаҡ етешһеҙлектәр таба алыр, сөнки “Урал батыр” ҡобайырындағы тәбиғәттең серҙәренә төшөнөү – үтә ҡатмарлы бурыс. Ҡобайырҙағы тәбиғәткә булдыра алғанса иғтибар менән мөнәсәбәтебеҙҙең ҡайһы бер һөҙөмтәләрен килтерәбеҙ.

1. Йәнбирҙе менән Йәнбикә йәшәгән дүрт яғын диңгеҙ уратҡан урын – әлеге Урал тауҙары. Улар унда һыу баҫыуҙан ҡасып килеп, улдары Уралды тапҡандар.

2. Ҡобайырҙағы тәбиғәт күренештәрен һәм ваҡиғаларын бөгөнгө фән ярайһы уҡ аныҡ билдәләгән. Шул ваҡиғаларҙың ваҡыты:


Рекомендации для вас